Хәүефһеҙлек
30 Октябрь 2020, 18:00

Интернетта - аҙғын ир

Туймазы ҡалаһынан 21 йәшлек егет ялған исем аҫтында аккаунт булдырып, үҫмер ҡыҙҙарға...

Бөгөн социаль селтәрҙең аралашыу сараһы ғына түгел, хәүеф сығанағы ла икәнен һәр кем белергә тейеш. Айырыуса әле тормошҡа ҡарашы нығынып етмәгән үҫмерҙәр өсөн ҡурҡыныс ау ул интернет.
Туймазы ҡалаһынан 21 йәшлек егет ялған исем аҫтында аккаунт булдырып, үҫмер ҡыҙҙарға төрлө хәбәрҙәр ебәреп, бәлиғ булмағандарҙы насар уй менән әүрәтеүҙә ғәйерләнә, тип хәбәр итә “КП-Өфө” баҫмаһы.
2017 - 2019 йылдарҙа был кеше интернет аша дүрт ҡыҙға төрлө тәҡдимдәр ебәргән, интим характерҙағы фотолар һораған. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙарға 13, 15 һәм 16 йәш.
Аҙғын ир һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Ата-әсәләргә тағы бер тапҡыр, балаларығыҙҙың шөғөлдәренә, социаль селтәрҙә ниндәй төркөмдәрҙә “ултырыуына”, кемдәр менән аралашыуына иғтибарлы булығыҙ, тип өндәшәбеҙ.
Фото: janaboli.com
Читайте нас