Былтыр августа Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер эшҡыуарҙы йорто эргәһендә шартлатырға маташҡайнылар. Республика Прокуратураһы ошо енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарарын сығарҙы. Тәфтиш фаразы буйынса, бер ир үҙенең көнәркәшен юҡ итергә уйлаған.
Эшҡыуар – объекттарға газ үткәреү буйынса фирма етәксеһе – уның менән көнәркәшлек иткән фирманың хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында полицияға ғариза яҙған. Ул фирманың формаль директоры – Руслан Фәхретдинов, тип хәбәр итә Прокуратураның матбуғат хеҙмәте.
Ир үҙенең гаражында шартлатыу ҡоролмаһын ҡорған, уны Стәрлетамаҡҡа алып килгән һәм эшҡыуарҙың йорт ҡапҡаһына ҡуйған. Иртән хужа эте менән урамға сығып барғанда, шартлау яңғыраған. Был хәл һөҙөмтәһендә ирҙең сәләмәтлегенә һәм мөлкәтенә зыян килгән. Шартлау ваҡытында бәхетле осраҡ буйынса ғына ирҙең ғүмере өҙөлмәгән.
Руслан Фәхретдинов үҙенең ғәйебен танымаған. Әле ул һаҡ аҫтында.