Өфө ҡалаһында аҙашҡан өлкән кешенең туғандарын эҙләйҙәр. Был хаҡта “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре хәбәр итә.
Яңы ирҙе ҡалала аҙашып йөрөгәнендә тапҡандар. Ирекмәндәр уның шәхесен дә асыҡлаған. Ул 64 йәшлек пенсионер Илдус Вәлиев булып сыҡҡан.
Ул үҙенең ҡайҙа булыуын, ҡайҙа китеп барыуын аңлата алмаған. Эҙәрмәндәр оло кешенең туғандарын табышыуҙа ярҙам һорай. Билдәләре: буй оҙонлоғо 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сал сәсле, ҡуңыр күҙле. Ҡара төҫтәге курткала, күк "олимпийка"ла һәм ҡара төҫтәге бәйләнгән башлыҡта булған.
Илдус Вәлиевте таныусылар булһа, зинһар, ошо телефонға шылтыратығыҙ: 8-937-311-66-06.