Хәүефһеҙлек
30 Октябрь 2020, 20:30

Рейдтар дауам итә

Өфөнөң Сипайлово һәм Черниковка биҫтәләрендәге магазиндарҙа ниндәй етешһеҙлектәр асыҡланған?

Башҡортостан ҡалаларында төнгө магазиндар буйлап рейдтар дауам итә. Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре хәбәрселәр менән берлектә алкоголле эсемлектәр әйләнешендәге ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.
Кисә Өфөләге рейд барышында Сипайлово биҫтәһендәге өс сауҙа объекты тикшерелде. Һөҙөмтәлә уларҙың икәүһендә төнгө ваҡытта (23.00 сәғәттән 8.00 сәғәткә тиклем) алкоголь һатылғаны асыҡланған. Икеһе лә үҙҙәрен йәмәғәт туҡланыуы объекты тип таныта. Әммә уларҙың эшмәкәрлеге бындай урындарға ҡуйылған дәүләт стандарттары талаптарына яуап бирмәй.
Табылған етешһеҙлектәр буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эштәр ҡуҙғатылған. Артабан контроль саралары ваҡытында алынған материалдар легаллеккә тикшереләсәк.
Өҫтәүенә был объекттарҙа санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлмәүе лә асыҡланған. Кешеләр социаль дистанцияны һаҡламаған, хеҙмәткәрҙәр һәм һатып алыусылар битлек-бирсәткәләр кеймәгән, шулай уҡ дезинфекция саралары, тейешле журналдар булмаған. Ошо барлыҡ етешһеҙлектәр буйынса ла материалдар төҙөлгән.
Бөгөн төндә ошондай уҡ рейд баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә ойошторолдо. Унда ла өс төнгө сауҙа урыны тикшерелгән. Береһендә тыйылған осорҙа (23.00 сәғәттән 8-гә тиклем) алкоголь һатылғаны асыҡланған. Шәхси эшҡыуарға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған.
Тағы бер магазинда санитар-эпидемиологик талаптарҙың боҙолоуы асыҡланған. Етешһеҙлектәр шул уҡ: социаль дистанция үтәлмәй, битлек-бирсәткәләр кейелмәй.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре бының кеүек контроль сараларҙы көн һайын башҡара. Ағымдағы аҙна эсендә вәкәләтле кешеләргә ҡарата биш административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған.
Тикшереү саралары артабан да дауам итәсәк.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас