Бер тәүлек эсендә республикала һигеҙ автоһәләкәт теркәлгән һәм уларҙа ун кеше зыян күргән. Уларҙың иң хәүефлеләренең береһе Ишембайҙа булған. Ҡаланың Блохин һәм Жуков урамдары тыҡрығында “Рено Сандеро Степвей” менән “Форд Мондео” бәрелешкән.
Тәүге машинаға Мәләүездән 36 йәшлек ҡатын идара итһә, икенсеһенең водителе иһә шундай уҡ йәштәге ир. “Һәләкәт һөҙөмтәһендә “Рено Сандеро Степвей” автомобилендәге 68 йәшлек һәм “Форд Мондео”лағы 37 йәшлек пассажирҙар дауаханаға эләкте. Тикшереү башланды”, – тип хәбәр итә республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.
Ошо уҡ көндө дәүләт инспекторҙары спиртлы эсемлек эскән килеш машинаға идара иткән 75 водителде тотҡан. Был инде башҡа һыймаған хәл.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына ошондай үрҙә әйтелгән аяныслы хәлдәр хаҡында йыш ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, тик ниңәлер барыбер күптәр юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итә. Әгәр ошо талап үтәлһә, юл-транспорт фажиғәләре күпкә кәмер ине. Юл вайымһыҙҙарҙы ғәфү итмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-афәт ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй...
Фото: республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.