Октябрҙең һуңғы көнө күңелһеҙ яңылыҡтар менән боҙолдо. Кисә Дәүләкән районының Поляновка ауылындағы шәхси йортта сыҡҡан янғын ике ҡатындың ғүмерен өҙҙө.
Ут Йәштәр урамындағы бер ҡатлы йортта сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар килә. "Ҡыҙыл әтәс" менән көрәштә ете берәмек техника һәм 16 кеше ҡатнаша. Утты 20 минут эсендә һүндереүгә өлгәшһәләр ҙә, ул ҡорбандарһыҙ үтмәй. Янғындың ниндәй сәбәп буйынса сығыуы билдәле түгел. Урында тәфтиш-оператив төркөм һәм тәүтикшереүселәр эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һалҡын көндәр етеү менән республикала янғындар һәм унда һәләк булған кешеләр һаны артты. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында бер мәлгә лә онотмайыҡ. Уттан һуң бер нимә лә ҡалмай...
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.