Хәүефһеҙлек
1 Ноябрь 2020, 09:40

Көтөлмәгән табыш...

Уның сығышын асыҡлайһы бар

Туймазы районындағы бер ауылда үҙенсәлекле хәл була – 50 йәшлек ир баҡсаһында хәрби граната таба. Баҡсасы көтөлмәгән табышҡа ер ҡаҙып йөрөгәндә юлыға, ул шунда уҡ полицияға хәбәр итә. Шулай итеп, ваҡиға урынына саперҙар килә.
Рәсәй милли гвардияһы хеҙмәткәрҙәре биләмәне уратып ала. Граната ысынлап та хәрби булып сыға, бәхеткә күрә, эсендә шартлатҡыс матдәһе һәм ҡабыҙғысы булмай. Табыштың корпусы ла ныҡ ҡына боҙолған.
Әле хәрби гранатаның ҡайҙан килеп сыҡҡанын асыҡлайһы бар.
Читайте нас