Бер нисә көн элек күрше Татарстанда полиция хеҙмәткәрҙәренә 16 йәшлек үҫмерҙең һөжүм итеүен, ваҡиға барышында уны хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре атып үлтереүен хәбәр иткәйнек.
Енәйәт эше асылғандан һуң, һәләк булған малайҙың үгәй атаһын, Кукморала йәшәүсе эшҡыуар Марат Замалиевты ҡулға алғандар.
“Интерфакс” хәбәр итеүенсә, Замалиев енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған, әммә эштең аныҡ үҙенсәлектәре билдәһеҙ.
2001 йылда Замалиев диверсия эшләгән өсөн 14 йылға иркенән мәхрүм ителгән булған. Тәфтишселәр версияһы буйынса, ул Киров өлкәһендәге магистраль газ үткәргес торбаларын шартлатыуҙа ҡатнашҡан.
Унан тыш ҡайһы бер сығанаҡтар Замалиев террорсылар лагерында әҙерлек үткән тигән мәғлүмәт тә бар.
Аяныслы хәлгә килгәндә, ул 30 октябрь төнөндә булған. Виталий Антипов Кукморала урынлашҡан полиция бүлеге туҡталҡаһына “молотов коктейл”дәрен (шартлатҡыс) ташлаған, унда хеҙмәт машиналары торған.
Енәйәт урынынан ҡасып барған малайҙы участковый күреп ҡалған һәм артынан ҡыуа төшкән. Уға дежур полиция хеҙмәткәре лә ҡушылған.
Полицейскийҙар енәйәтсене Нурминкә йылғаһы буйында ҡыуып еткән, әммә үҫмер тынысланаһы урынға хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә янай башлаған, иҫкәртеп һауаға атыуҙарына ла иғтибар итмәгән.
Һөҙөмтәлә, үҫмер бер полицейскийҙы бысаҡ менән яралаған, унан инде полиция хеҙмәткәрҙәре уға ҡаршы ут асҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул урында уҡ һәләк булған.