Хәүефһеҙлек
1 Ноябрь 2020, 19:30

Бик сәйер шарттарҙа юғалған

Участковый 45 һум аҡса биргән дә, киткән...

Белорет районының Ҡағы ауылы кешеһе Валентина Абакумованы икенсе аҙна таба алмайҙар. Ҡатын сәйер шаттарҙа 15 октябрҙә ғәйеп булған.
- Ул көндө ул икенсе ауылға судҡа киткәйне. Унда Валентина шаһит булараҡ ҡатнашты. Уның менән бергә участковый ҙа барған, ә кире ҡайтҡан саҡта 15-20 километр ҡалғас, уны яңғыҙын ҡалдырған. Был райондың Ҡаһарман ауылы янында була, участковый эше буйынса китә, уға юлға тип 45 һум аҡса ҡалдыра. Шунан бирле уны бер кем дә күрмәгән. Элек тә юғалғаны бар ине, тик ул тиҙ генә кире ҡайта ине. Был юлы бик күп ваҡыт үтте, шуға күрә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, - тигән Валентинаның туған кешеһе.
Тағы шуныһы, ҡатындың һаулығы менән етди проблемалары бар: ул ваҡыты менән хәтерен юғалта һәм эпилепсия менән сирләй.
Әле Валентинаны "Лиза Алерт" ирекмәндәре, полиция һәм битараф булмаған кешеләр эҙләй. Уның билдәләре: буйы 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре һоро-күк һәм сәстәре һары төҫтә. Юғалған көндө ул ҡара пиджак, һоро салбар һәм ҡара-күк кроссовки кейгән.

Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, полицияға йәки ирекмәндәргә 8(800)700-54-52, уның туғандарына 8(927)939-69-04 телефоны буйынса шылтыратырға була.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Читайте нас