Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2020, 18:30

Ә шул урында бала булһа?

Ер аҫтынан бер нисек тә сыға алмай, ә аҫта һыуыҡ һыу тәнен өтә...

Көндәгесә, ир кеше дүрт аяҡлы дуҫын урамда йөрөтөргә алып сыға. Эте алдан йүгереп китеп, һыу таҙартыу ҡоролмаһы ҡуйылған тәрән соҡорға ҡолай.
Уны ҡотҡарам тип, хужаһы ла артынан барып төшә. Тик ер аҫтынан бер нисек тә сыға алмай, ә аҫта һыуыҡ һыу тәнен өтә. Бәхеткә, ир яңғыҙы булмай, өҫтән иптәше уға һыу өҫтөндә ҡалҡып тотоноп торорлоҡ бау төшөрә, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра.


Махсус хеҙмәттәр тиҙ килеп етә. Уларҙың әйтеүенсә, ир яңғыҙы булған осраҡта, иҫән ҡалмауы ихтимал ине, сөнки бетон стеналы тәрән соҡорҙан үҙаллы сығыу мөмкин түгел. Ярай әле, ваҡиға ҡорбандарһыҙ тамамланған.

Ни өсөн был урында соҡор асыҡ торған тигән һорау тыуа. Эт түгел, ә берәй бала аңғармаҫтан төшөп китһә?

Фото: kp.ru
Читайте нас