Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2020, 17:45

“Меркурий” эшмәкәрлеген тергеҙҙе

1 ноябрҙә сауҙа үҙәгендә санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланғайны.

Баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы “Меркурий” сауҙа үҙәге, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан битлек режимы талаптарын һаҡлау йәһәтенән асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, үҙ эшмәкәрлеген тергеҙҙе.
Белеүебеҙсә, 1 ноябрҙә был үҙәктә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре тарафынан тикшереү ойошторолоп, санитар-эпидемиологик талаптарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланғайны. Сауҙа комплексына инеү урынында тән температураһын үлсәү ойошторолмаған, хеҙмәткәрҙәр һәм һатып алыусылар араһында битлек кеймәгәндәр ҙә осраған.
"Меркурий" етәкселеге иҫкәрмәләр буйынса эш алып барған. Сикләү саралары осоронда ябыҡ булырға тейешле ишектәр билдәләнгән, инеү урындарында тән температураһын үлсәү менән шөғөлләнәсәк, йәғни дежур итәсәк хеҙмәткәрҙәр исемлеге төҙөлгән. Шулай уҡ бинаны ҡуртымға алған эшҡыуарҙар менән дә шәхсән һаҡланыу сараларын даими ҡулланыу тураһында әңгәмәләр үткәрелгән.
“Әлеге ваҡытта “Меркурий” сауҙа үҙәге, битлек режимы талаптарын тулыһынса үтәп, эшмәкәрлеген дауам итә”, - тип белдерҙе Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: shopandmall.ru
Читайте нас