Был ҡурҡыныс хәл баш ҡаланың Октябрьский районында була. 3 ноябрь төнөндә иҫерек 49 йәшлек ир 84 йәшлек әсәһе менән талаша. Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, өлкән йәштәге ҡатын үҙендә булған бер шешә спиртлы эсемлекте улына биреүҙән баш тарта.
Өлкән кешенең был аҙымы улына бик оҡшамай. Ул ағас таяҡ ала ла, ғәзизен туҡмай башлай. Ир бик күп тапҡыр әсәһенең башына һуға. Бынан һуң әсәһенең өйөндә йоҡларға ята. Иртән торғас, уның үлгәнен күрә һәм ҡатынына шылтыратып хәбәр итә. Уныһы урынға полиция саҡырта. Нимә эшләгәнен аңлаған ир енәйәт урынынан ҡасмай һәм ғәйебен таный.
Әле ир ҡулға алынған. Уны судҡа тиклем СИЗОға ултыртыу мәсьәләһе хәл ителә. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынын тикшереп сыҡҡан. Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әле айнығыс, изоляторҙа ултырған сағында үҙенең нимә эшләүен, бер шешә араҡы өсөн ғүмер биргән әсәһенең ғүмерен ҡыйғанын аңланымы икән ул?..