Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2020, 14:00

Яңылыштанмы, үҙе теләпме...

Үҫмер ҡолап төшкән

Кисә киске сәғәт ете тирәһендә Өфөлә ҙур бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән. Үҫмер күп ҡатлы йорттоң туғыҙынсы ҡатынан осоп төшкән.
Был ваҡиға тураһында Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
Ҡотҡарыусыларға сәғәт етеләрҙә ҡаланың Бәләкәй Урман заводы адресы буйынса 14 йәшлек баланың бейектән ҡолап төшөүе тураһында мәғлүмәт килә.
Зыян күргән үҫмерҙе тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Әлегә уның хәл-торошо тураһында бер ни билдәле түгел. Ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлайҙар.
Фото:stihi.ru
Читайте нас