Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Подгорное ауылында аяныслы юл фажиғәһе теркәлде.
Юл ситендә 63 йәшлек ауыл кешеһенең кәүҙәһе табыла, уны машина бәрҙереүе асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ваҡиға урынынан ҡаса. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Ул 20 йәшлек водитель булып сыға. Ваҡиға урынынан ҡасыуын ҡурҡып ҡалыуы менән аңлатҡан. Әле тикшереү эштәре бара.
Ошондай уҡ хәл кисә Өфө районының Булгаков-Фомичев юлында ла теркәлгән. Билдәһеҙ водитель Фомичев ауылына ҡарай юлланғанда 25 йәшлек йәйәүлене бәрҙереп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡ халатлылар килгәнсе йәйәүле авария урынында йән бирә. Республиканың автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо аяныслы ваҡиғаның шаһиттарын мәғлүмәт бирергә саҡыра, яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеү һорала.
Көндәрҙең һыуытып, бер аҙ ҡарлы ямғырҙар яуыуы республика юлдарында авария хәүефһеҙлеген бермә-бер арттырҙы. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!