Хәүефһеҙлек
7 Ноябрь 2020, 19:30

Бысаҡ менән янап һатыусынан аҡса таптыра...

Ир һыуытҡыстан һыра алып, уны бер тында эсә лә буш һауытын ҡурҡыуынан саҡ торған һатыусының алдына шап итеп ултырта.

Күңелһеҙ ваҡиға Мәсетле районының Әләгәҙ ауылында теркәлгән. 44 йәшлек ир эскән килеш ҡулына бысаҡ тотоп урындағы магазинға килә һәм һатыусыға һалҡын ҡоралды терәп, аҡса таптыра. Ҡаушауынан ҡурҡып ҡалған 55 йәшлек ханым ни әйтергә лә белмәгән, бары полиция саҡыртыуын ғына хәбәр итә алған.
Асыуы килгән ир һыуытҡыстан һыра алып, уны бер тында эсә лә буш һауытын ҡурҡыуынан саҡ торған һатыусының алдына шап итеп ултырта. Аҙаҡ бер ни булмағандай, ишек төбөнә ултырып хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен көтә.
Асыҡланыуынса, ир алдан да иректән мәхрүм ителгән булған. Ҡылынған осраҡ буйынса енәйәт эше асылған, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас