Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районының Подгорное ауылында аяныслы юл фажиғәһе теркәлгән: Тыныслыҡ урамында, юл ситендә, билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Тикшергәндән һуң, уны машина бәрҙереүе асыҡланған.
Әлегә билдәле булған факттар буйынса, 63 йәшлек ауыл кешеһен ҡыҙыл төҫтәге автомобиль тапаған булырға тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әҙәм, ярҙам күрһәтәһе урынға, ваҡиға урынынан ҡасып киткән. Ир иһә урында уҡ йән биргән.
Республиканың автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо аяныслы ваҡиғаның шаһиттарын мәғлүмәт бирергә саҡыра, яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеү һорала.
Кеше ғүмерен өҙгән вводитель тиҙ арала табылыр, тип өмөтләнәйек.
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы