Хәүефһеҙлек
10 Ноябрь 2020, 18:00

Бәлә төндә йөрөй

Эстәге өс кешене ҡотҡарырға өлгөрәләр, әммә 88 йәшлек оло кеше...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәтенсә, Өфөлә үткән төндә булған янғында 88 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Ут сығыуы тураһында хәбәр ҡотҡарыусыларға төнгө сәғәт икелә килә.
Хәл Одесса урамындағы шәхси йортта теркәлә. Махсус хеҙмәттәр килгәндә, ут ун квадрат метр майҙанды ялмап алған була. Эстәге өс кешене ҡотҡарырға өлгөрәләр. 28 кешенән торған бригада янғынды сәғәт өс тирәһендә тулыһынса һүндереүгә өлгәшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға ҡорбанһыҙ ғына булмай: утты тулыһынса һүндергәс кенә ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен күрәләр. Әле фажиғәнең сәбәптәре тикшерелә.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас