Мәләүез үҙәк район дауаханаһы эргәһендә үле пациент табылған. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итә.
Мәғлүмәттәр буйынса, 41 йәшлек ирҙе дауахананың кардиология бүлексәһенә һәләк булырынан ике көн алда, 7 ноябрҙә, килтереп һалалар. Унда йөрәк ишемияһы сиренә шик була. Ир икенсе ҡаттағы палатала ята.
Уның кәүҙәһен 9 ноябрҙә төн менән медицина персоналы күреп ҡала. Мәйет тышта, бина тәҙрәһе эргәһендә ятҡан була. Шунда уҡ полицияны саҡырталар. Ирҙең кәүҙәһендә бейектән ҡолап төшөүгә хас йәрәхәт эҙҙәре табыла.
Әле был эште, үлем сәбәптәрен полиция һәм тәфтиш комитеты белгестәре тикшерә.