Хәүефһеҙлек
12 Ноябрь 2020, 08:00

Һәр дүртенсе гидрант төҙөк булмаған

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ.

“Йыл башынан республикала 1 мең 959 янғын осрағы теркәлгән. Был былтырғы осор менән сағыштырғанда 14 процентҡа кәмерәк”, – тип белдерҙе Өфө ҡалаһының янғын һағы идаралығы етәксеһе Шамил Тоҡомбәтов күптән түгел мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә.
Янғында барлығы 19 кеше һәләк булған, 43-ө йәрәхәтләнгән, 944-е уттан ҡотҡарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай аяныслы хәлдәр йыш теркәлә. Ә янғын һүндергәндә ҡулланылған махсус ҡорамалдарҙың береһе – ул янғын гидранты. Уның төҙөк булыуы мөһим, сөнки кеше ғүмерҙәрен, мөлкәтен “ҡыҙыл әтәс”тән ҡурсалау өсөн мотлаҡ кәрәк.
Сентябрь-октябрь айҙарында янғын гидранттарының төҙөклөгө тикшерелгән. Асыҡланыуынса, “Өфөводоканал” балансындағы 3 мең 640 урам гидранты төҙөк булмаған. Тикшереү ваҡыты тамамланғанға тиклем уларҙың 208-е ремонтланған. “Әле 23 урам гидранты төҙөк түгел. Бынан тыш, 56 гидрант ер аҫты һыуҙары менән баҫылған”, – тип белдерҙе Шамил Тоҡомбәтов.
Биләмәләрендә 1 мең 924 янғын гидранты булған 563 предприятиеға тикшереү үткәреү кәрәклеге хаҡында хат ебәрелгән. “Янғын гидранттарының төҙөклөгө – ут сығыу осраҡтарын бөтөрөүҙең иң төп факторҙарының береһе, тимәк, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу”, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов.
Предприятие-ойошмалар етәкселәре ошоға иғтибар итһен ине. Өҫтәүенә һәр кемдең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе зарур. Бигерәк тә әлеге йылытыу миҙгелендә ут, йылытҡыстар менән һаҡ эш итергә кәрк. Бынан тыш, балаларға ла шырпы, ут менән шаярыуҙың фажиғәгә килтереү ихтималлығын аңлатыу ҡамасауламаҫ. Юғиһә уттан бер нәмә лә ҡалмай, ул хатта кеше ғүмерҙәрен аямай.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас