Хәүефһеҙлек
13 Ноябрь 2020, 10:00

Марина, ҡайҙа булдың һин?

Бәләбәйҙән сығып киткән ҡатын Башҡортостандың теләһә ҡайһы мөйөшөндә булыуы ихтимал, тип белдергәйнеләр. Асыҡланыуынса...

Бәләбәй ҡалаһында йәш ҡатынды эҙләүҙәре мәғлүм булғайны.
Яҡындары әйтеүенсә, 40 йәшлек Марина Рәхмәтуллина әле 23 октябрҙә үк эҙһеҙ юғалған.
Улар аңламай: нисек инде бер сәбәпһеҙ өйгә ҡайтмаҫҡа мөмкин? Шуныһы ғәжәп: ҡатынды яҡындары өс аҙна самаһы ваҡыт үткәс кенә эҙләй башлаған, полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Өйҙә ҡатынды ҡыҙы һәм оло йәштәге әсәһе көткән.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итте һәм ирекмәндәргә һылтанып, Маринаның Башҡортостандың теләһә ҡайһы ҡалаһында булыуы ихтималлығын белдерҙе.
Социаль селтәрҙә Маринаның таныштары яҙмалар ҡалдырған, “Марина, ҡот осҡос, нисек улай булырға мөмкин?”, тип аптыраша улар.
Бөгөн иһә яҡшы яңылыҡ еткерҙеләр: ҡатынды эҙләү хаҡында мәғлүмәт таралыу менән, Марина бәйләнешкә сыҡҡан һәм иҫән-һаулығын белдергән.
Уның был ваҡыт арауығында ҡайҙа һәм кем менән булыуы билдәле түгел, өйөнә лә әлегә әйләнеп ҡайтмаған.
Фото: “Комсомольская правда”.
Читайте нас