Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Ноябрь 2020, 12:00

“Бүреләрҙән ауылымдың эттәре ҡотҡарҙы”

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан гәзитебеҙҙең даими авторы ошо көндәрҙә үҙе менән булған ҡурҡыныс хәл хаҡында хәбәр итте.

Белорет районында бүренең ауылға килеп кешеләргә һөжүм иткәне тураһында хәбәр иткәйнек. Әле ҡыш башланып та өлгөрмәгән, был йыртҡыстар үҙҙәрен бик агрессив тота башланы. Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан гәзитебеҙҙең даими авторы Сәйҙә Сәйәхова ла ошо көндәрҙә үҙе менән булған ҡурҡыныс хәл хаҡында хәбәр итте.
“Ошо арала гел төшөм боларыбыраҡ тора ине. Атайым мәрхүм нимәнелер иҫкәрткән, нимәнәндер ҡурсалаған һымаҡ төшкә инә ине... Ул һәр ваҡыт шулай төшөмә инеп ярҙам итә, шөкөр.
Эштәрем менән оҙаҡлап китеп, район үҙәге Иҫке Собханғолдан ҡайта алмай һуңға ҡалғас, төнгө сәғәт 3-тәге "Иҫке Собханғол – Өфө" йүнәлешендәге микроавтобус менән ҡайтырға булдым. Таң менән эшкә. Өтөкмөн. Ҡайтып етергә икән етергә!
Ниһайәт, ҡап-ҡараңғы төндә ауылым Мәһәҙейгә табан боролошта төшөп ҡалдым. Телефонымдың фонары алай ҙа яҡты яна. Автобус тауға күтәрелеп, күҙҙән юғалып та өлгөрмәне, эргәлә генә урманда бүреләр олой башланы. Дөм ҡараңғы. Ауыл алыҫ ҡына. Йөрәгем ярылыр кеүек. Бер мәл алыҫта бүреләрҙән дә яман итеп ауылымдың эттәре өрә башланы. Улар мине ҡотҡарырға, ярҙам итергә теләй, тип ҡабул иттем быны.
Ҡурҡыныс... Йүгереп ҡарайым. Бүреләр минең арттан ҡалмай. Аяҡтарым тыңламаған кеүек, саҡ-саҡ киләм. Ауылдың тәүге өйө – Рима һәм Юлай ағай Мөхәмәтйәновтарҙың йорто эргәһенә килеп еткәнмен икән. Бүреләр һаман олой, арттан ҡалмай, ә ауыл эттәре тирә-яҡтан абалай. Шулай көс-хәл менән ауыл уртаһына килеп еттем. Бында әҙерәк яҡты. Шунда ғына нисек ныҡ ҡурҡыуымды, ниндәй ҙур ҡазанан ҡотолоуымды аңланым. Төндә кешене борсомайым тип, туғандарҙан бер кемгә лә ҡаршы сығып алырға әйтмәгәйнем шул.
Эттәр ҡотҡарҙы мине был бәләнән. Әгәр улар кутәрелмәһә, абаламаһа, белмәйем, ҡотолоп булмаҫ ине. Рәхмәтлемен уларға! Аллаға шөкөр, имен-һаумын.
Бүреләр ныҡ күбәйгән. Төндә яңғыҙ-ярым юлға сыҡмағыҙ, һаҡ булығыҙ! Именлектә, һаулыҡта йәшәйек!” – тип яҙҙы Сәйҙә апай.
Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙының изге теләктәренә ҡушылып, бының ише бәлә-ҡазалар һәр беребеҙҙе урап үтһен тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фото: Pinterest
Читайте нас: