Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь 2020, 17:30

Өлкән кешенең ғүмере өҙөлдө

Аварияға сәбәпсе оло йәштәге водитель эсеп йөрөгән өсөн автомобилгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Асыҡланыуынса...

Үткән төндә Туймазы районында аяныслы авария теркәлгән. Төбәк ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда бер кеше һәләк булған.
Фажиғә 15 ноябрҙә төндә, Һамар – Өфө – Силәбе трассаһының 1321-се километрында теркәлгән. Асыҡланыуынса, 63 йәшлек Туймазы районы кешеһе "Hyundai Solaris" автомобилендә юл ыңғайы китеп барған "ВАЗ-99" машинаһына бәрелгән. Унан ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Scania" фураһына һуғылған. Еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 63 йәшлек водителде быға тиклем рулдә иҫерек килеш йөрөгән өсөн танытмаһынан мәхрүм иткән булғандар.
"Мин Өфөнән Һамар яғына хәрәкәт итә инем. Алда - тағы бер йөк машинаһы. Ҡараһам, "ВАЗ-21099" автомобиле "Hyundai"ға килеп бәрелде, унан минең яҡҡа янтая башланы. Ярай әле тормозға баҫа һалдым", – тип белдергән фура водителе.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Үткән тәүлектә республикала 11 авария теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 21 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Фото: республиканың ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас