Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йорт подъезында бер ир көпә-көндөҙ ете йәшлек баланы мыҫҡыл иткән, унан телефонын тартып алып киткән. Был хаҡта “КП-Өфө” хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағына һылтанып хәбәр итә.
Баланың ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Зыян күргән малайҙы Республика балалар клиник дауаханаһына һалғандар.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты ике төрлө статья буйынса енәйәт эше асҡан, ҡәбәхәт әҙәм эҙләүгә бирелгән.