Кисә Өфө – Белорет юлының 150-се километрында “ВАЗ-2107” һәм “Hummer” автомобилдәре бәрелешкән. Фажиғә урынына Инйәр ауылындағы янғын һүндереүселәр, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, медицина һәм полиция хеҙмәткәрҙәре барған.
“ВАЗ-2107” машинаһынан дүрт кеше ҡотҡарылған һәм “Ашығыс ярҙам” машинаһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлай, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына ошондай күңелһеҙ хәлдәр теркәлеп тора. Шуға юлдарҙа һаҡ булығыҙ, транспорт сараларының хәүеф сығанағы икәнлеген дә онотмағыҙ.
Фото: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.