Хәүефһеҙлек
18 Ноябрь 2020, 19:45

Эх, бәпес...

Баш ҡалала теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ айлыҡ бала зыян күргән.

Баш ҡала автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 17 ноябрь кисендә Индустриаль шоссе урамындағы 116/2-се йорт ҡаршыһында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында туғыҙ айлыҡ бала зыян күргән.
24 йәшлек егет “ВАЗ-2112” машинаһында Трамвай урамы буйлап китеп барған һәм боролошта ҡаршыға килгән “ГАЗ-2707” автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтәлә уның пассажирҙары – 56 йәшлек ҡатын менән туғыҙ айлыҡ бала – зыян күргән. Ҡазаланғандарҙы медицина учреждениеһына илткәндәр.
“Һуңғы тәүлектә республикала 15 автомобиль аварияһы теркәлде. Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө, 16-һы йәрәхәтләнде”, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте. Ошо һандар һәр кемде уйға һалһын, водителдәрҙең үҙенең, юлдағы башҡа кешеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылығын арттырһын ине.
Читайте нас