Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь 2020, 11:00

Хәүефте бәләкәйҙән аңлатыу зарур

Психологтар был йәһәттән нимә кәңәш итә? Бала нисә йәштән газ менән ҡуллана башлай ала?

Балаларға көнкүрештә ҡулланылған газдың, газ плитәһенең, ябай ғына шырпының да хәүеф сығанағы булыуын бәләкәйҙән аңлатыу зарур. Психологтар быны бала тарафынан насар тип ҡабул ителгән таныш һүҙҙәр менән аңлатырға кәңәш итә, мәҫәлән: ауырта, ҡан, дауахана, укол һәм башҡалар.
Эшләп торған газ плитәһенә тейеп – ҡулыңды бешерергә, крандарҙы бороп газды асып – ағыуланырға, хатта үлергә мөмкин икәнен тормоштан алынған йәки уйлап сығарылған миҫалдар менән аңлатығыҙ.
Шулай уҡ бала газдың насар еҫ сығарыуын, шундай еҫте тойоу менән нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш.
Әгәр фатирҙа йәки шәхси йортта газ еҫе таралһа, бала шунда уҡ:
- мөмкинлегенә ҡарап иң тәүҙә газ кранын ябырға;
- тәҙрәләрҙе, ишекте асырға;
- тиҙ арала фатирҙан, йорттан сығырға;
- ололарға – ата-әсәһенә, күршеләргә хәбәр итергә тейеш.
Шулай уҡ уның бындай осраҡтарҙа бер ниндәй электр ҡорамалдарын, яҡтылыҡ сығанаҡтарын тоҡандырырға ярамауы, хатта стационар телефондан шылтыратыуҙың хәүефле булыу ихтималлығы тураһында белеүе зарур.
Газ плитәһендә йәки мейестә нимәлер әҙерләгән осраҡта, бәләкәй балаларҙы өйҙә бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Саҡ ҡына елдән йәки башҡа сәбәптән газдың һүнеүе ихтимал. Шулай уҡ баланың плитә өҫтөнә ынтылып, эҫе мейескә тейеп, бешеү хәүефе лә бар.
Бала нисә йәштән газ менән ҡуллана башлай ала? Һәр осраҡта төрлөсә, әммә ете йәшкә тиклемге балаларға газ менән ҡулланмау хәйерле, тип яуаплай белгестәр.
Фото: family365.ru
Читайте нас: