Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2020, 10:30

Николай Самойленко автоирекмәндәр сафына баҫты

Иглин районының автоирекмәндәре тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ташыуҙы дауам итә.

Иглин районының автоирекмәндәре тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ташыуҙы дауам итә. Был юлы уларға район хакимиәте башлығы Николай Самойленко ла ҡушылды.
Ризыҡтар йыйылмаһын Иглин ауылында йәшәгән Низаметдиновтар һәм Сухаревтар ғаиләләренә тапшырҙылар. Әсәләр – Татьяна менән Кристина – “Беҙҙең хәстәр” проектының төбәк колл-үҙәгенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ғаиләләрҙең икеһе лә ишле, өсәр бала тәрбиәләй. Әсәләр әйтеүенсә, пандемия осоронда ғаилә килеме байтаҡҡа кәмегән, шуға күрә бындай ярҙамды ғаиләләр ҡыуанып ҡабул иткән.
– Бөгөн мин дә автоирекмән булып, Иглиндағы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тапшырыуҙа ярҙам иттем, – тине Николай Самойленко. – Теләгәндәрҙең барыһын да ирекмәндәр сафына саҡырам, сөнки әле күптәр, айырыуса пандемияға бәйле сикләүҙәр ҡағылған кешеләр, иғтибарға лайыҡ.
Фото: allufa.ru
Читайте нас