Төҙөлөш майҙансығында монтаж эштәрен башҡарған ваҡытта 16-сы ҡаттан 27 йәшлек эшсе ҡолап төшкән. Бәрелеүҙән алынған йәрәхәттәрҙән ир шунда уҡ һәләк булған, тигәндәр ведомствола. Үлемесле ваҡиға урынына кисекмәҫтән тәфтиш-оператив төркөм һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Әле урын-ер тикшерелә, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан, етәкселектән, эшселәрҙән һорау алына, документтар, хеҙмәткәрҙәрҙең вазифауи инструкциялары өйрәнелә. Эшсе үҙе ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәгәнме, эш дөрөҫ ойошторолмағанмы - тикшереү һөҙөмтәләре буйынса үлем осрағына хоҡуҡи яҡтан баһа биреләсәк.