Бынан бер йыл элек бик сәйер шарттарҙа йәш ҡатын Лилиә Кашапова юғалған.
Ошо көндәрҙә мәғлүм булыуынса, Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты был хәлгә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатҡан, “кеше үлтереү” статьяһы буйынса тикшереү эше дауам итәсәк.
Асыҡланыуынса, Лилиә Кашапова туҡталҡаға сыҡҡан урындан эҙһеҙ юғалған. Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2019 йылдың 9 авгусында, 19.00 сәғәт тирәһендә 35 йәшлек ҡатын Туймазы районының Собханғол ауылында урынлашҡан “Мегаполис” автомобиль йыуыу салонынан сығып киткән һәм йәмәғәт транспорты туҡталышына юлланған. Ошонан һуң уның эҙҙәре юғала.
Лилиә Кашапованың буйы 171 саниметр, ябыҡ кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, сәсе асыҡ төҫтә, танауы тура, күҙҙәре көрән. Юғалған көндә ҡара джинсы, асыҡ төҫтәге куртка, аҡ кофта, күк кроссовка кейгән булған.
Әгәр фотолағы ҡатын таныш тойолһа һәм уны күрһәгеҙ, 8 (347) 251-62-51 (тәфтиш идаралығының ышаныс телефоны) йәки 02 һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.