Ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы кисә төнгә ҡарай Илеш районында теркәлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-7 "Волга" трассаһында үлемесле авария була.
Ҡазан яғынан Өфөгә ҡарай килгән "Хендай Акцент" водителе, ҡаршыла транспорт юҡлығына ышанып, алда барған автомобилде уҙып китергә уйлай. Әммә ҡаршыға «Вольво» йөк машинаһы килеп сыға. Бәрелеш ныҡ көслө була: «Хендай» селпәрәмә килеп иҙелә, водитель шул урында йән бирә. Йөк машинаһын йөрөтөүсе зыян күрмәгән.
Ваҡиға урынында юл-патруль хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа тиҙлекте арттырмағыҙ, ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ, тип иҫкәртә йәнә бер ҡат республиканың дәүләт автоинспекцияһы. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!