Стәрлетамаҡ районында бик аяныслы авария теркәлгәне, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә 25 йәшлек водителдең һәләк булғаны хаҡында хәбәр иткәйнек.
Хәл 20 ноябргә ҡараған төндә Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш юлында теркәлгән. Әле иһә был аяныслы ваҡиғаның ҡайһы бер үҙенсәлектәре асыҡланды.
Түрешле ауылы кешеһе Владислав Т. был кистә дуҫтары менән ҡунаҡтан ҡайтып барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл зыяраты янындағы киҫкен боролошта машинаһына идараны юғалтҡан... “Лада Веста”нан бер нәмә лә ҡалмаған, водитель урында уҡ йән биргән. Уның хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмағаны билдәле. Әйткәндәй, машина эсендә булған башҡаларҙың барыһы ла иҫән ҡалған.
Тәүҙә төрлө сығанаҡтар, шәп тиҙлектә йөрөргә яратҡан был кеше бығаса водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән, тип белдергәйне. “Комсомольская правда” порталы белдереүенсә, Владиславтың яҡындары был хәбәрҙе хаталы ти, инҡар итә.
"Һәр саҡ танытмаһы булды, машинала ипле йөрөнө. Бик яҡшы кеше ине Владислав. Йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, яҙмыш башҡаса хәл итте. Йәштәрҙең иртә китеүе бик аяныслы", – тигән һәләк булған егеттең дуҫы Надежда М.
Владиславтың элекке класташы иһә уның ғаилә һәм балалар хаҡында хыялланыуын, әммә был матур ниәттәрен тормошҡа ашырып өлгөрмәүен белдерә.
Һәләк булған егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда”.