Хәүефһеҙлек
23 Ноябрь 2020, 18:00

"Ҡара кейемдә ине..."

Учалы районында өлкән йәштәге кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала алманылар...

Кисә кис Учалы районы биләмәһендәге Иманғол - Баҙарғол автомобиль юлының 15-се километрында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы була.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "ВАЗ-2110" машинаһына идара иткән 30 йәшлек водитель 66 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә. Зыян күргән оло кешене ҡотҡара алмайҙар: ул алған тән йәрәхәттәренән табиптар килеп еткәнсе йән бирә.
Водитель биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йәйәүле ҡара кейемдә, яҡтылыҡты ҡайтарғыс элементтарһыҙ булған. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Тәүлек эсендә республика юлдарында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда ике кеше һәләк булған, өсәүһе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас