Республика ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, 23 ноябрҙә иртән Ишембай – Ҡарайған – Стәрлетамаҡ юлының 2-се километрында йәйәүле һәләк булған.
Ведомствонан белдереүҙәренсә, “Nissan Almera” машинаһына идара иткән 47 йәшлек водитель урында йәшәгән 60 йәшлек ирҙе тапатҡан. Өҫтәүенә ошо уҡ юлдан китеп барған “Skoda Octaviа” автомобиле лә өлкән кешенең өҫтөнән үтеп киткән.
“Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йәйәүленең ғүмере өҙөлгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәлде асыҡлай.
Былтыр Рәсәйҙә теркәлгән юл-транспорт фажиғәләрендә 17 меңгә яҡын кеше һәләк булған. Уйлап ҡараһаң, был – бәләкәй бер ҡала халҡы. Ошо һандар һәр кемде уйландырһын һәм һаҡ булырға мәжбүр итһен ине.
Фото: республика ЮХХДИ-һы.