Хәүефһеҙлек
24 Ноябрь 2020, 18:30

Туғыҙ йәшлек бала ҡанында... алкоголь

Ул саҡта малай мөғжизә менән генә иҫән ҡала...

Был хәл Мишкә районында була. Йәй, июль айында, туғыҙ йәшлек Артур Сәлиев дуҫы менән велосипедта йөрөгән саҡта “УАЗ” машинаһы аҫтына эләгә. Малай мөғжизә менән генә иҫән ҡала, бик күп ауыр йәрәхәттәр ала. Артур саҡ күҙһеҙ ҡалмай, баш һөйәге һына, тубығы ныҡ яралана.
Бәхеткә күрә, табиптарҙың ҙур тырышлығынан бала иҫән ҡала, һауыға. Тик был хәлде онотоп ҡына бөткәндә, яңы иҫ китерлек мәғлүмәт асыҡлана.
Авария көнөндә малайҙың ҡанын анализға алалар. Әйтеүҙәренсә, был процедураны ваҡиғаға ҡатнашлығы булған бөтә кеше лә үтергә тейеш. Һәм бына дүрт ай үткәс, баланың ата-әсәһе анализ ала ла иҫе китә: туғыҙ йәшлек баланың ҡанында этил спирты табыла. Эксперттар билдәләүенсә, уның кимәле 0,33 грамм тәшкил итә.
Бәләкәй баланың ҡанында нисек ул тиклем күмәлдә спирт табылыуы йомаҡ булып ҡала. Был тиклем “эскән” бала велосипедта йөрөй алмаҫ ине бит.
"Шок хәлендәге улым нимә булғанын хәтерләмәй ҙә. Тәфтишсе белдереүенсә, бала ҡанында ул тиклем алкоголь булһа, аяғында ла баҫып тора алмаҫ ине", – тигән Артурҙың әсәһе Лариса “Башҡортостан” ДТРК-һына.
Ошоға тиклем аварияла ғәйепле кеше билдәләнмәгән. Йөк машинаһы водителе белдереүенсә, ул баланы уң яғы менән эләктергән. Тап авария алдынан велосипедтың сынйыры ысҡына һәм малай ҡапыл юлға килеп сыға. Водитель авариянан ҡасып ҡарай, тик өлгөрмәй.
Был экспертиза 1-се республика наркология диспансерында эшләнгән. Хәҙер ни өсөн бындай һөҙөмтә килеп сыҡҡанын асыҡларға кәрәк.
Фото: КП-Өфө.
Читайте нас