Хәүефһеҙлек
24 Ноябрь 2020, 18:15

Улар бер туған булған

30 һәм 35 йәшлек ирҙәрҙең үле кәүҙәһе табылған...

Кисә, 23 ноябрҙә, Туймазы ҡалаһындағы гараждарҙың береһендә ике ир кәүҙәһе табылған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ирҙәр еңел автомобиль салоны эсендә һәләк булған. Яҡынса фаразлауҙарынса, улар һөрөм газынан ағыуланып үлгән.
“Һыуыҡ осор етеү менән йыл һайын автомобилдең эшләп торған двигателе сығарған һөрөм газы менән ағыуланыу осраҡтары арта. Уның төҫө лө, еҫе лә юҡ. Тик һауалағы бер процент ҡына концентраты кеше үлемесле ағыуланһын өсөн етә. Шуны хәтерҙә тотоғоҙ: гараж эсендә автомобилде йылытырға йәки ремонтларға ярамай. Хатта ишектәр асыҡ булһа ла”, – тинеләр ведомствола.
Асыҡланыуынса, ирҙәргә 30 һәм 35 йәш, улар бер туған булған. Белгород өлкәһе ауылдарының береһендә теркәлгәндәр. Кәүҙәләре “ВАЗ-2112” автомобилендә табылған.
Тикшереү дауам итә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас