Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфөлә балаға ҡарата енси аҙғынлыҡ ҡылыуҙа шик аҫтына алынған 22 йәшлек Константин Силантьевты эҙләүҙәре тураһында хәбәр итте. Был ҡурҡыныс ваҡиға ноябрь айында ҡаланың Дим биҫтәһендә булған, ти тикшереүселәр. "Әлеге ваҡытта криминалистар БР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә енәйәтсене табыу буйынса оператив-эҙләү саралары үткәрә", - тип белдерҙеләр ведомствола.
Шик аҫтына алыныусының билдәләре: 20 йәштәр тирәһендә күренә, буйы 160-165 см, ябыҡ, сәсе ҡыҫҡа, асыҡ төҫкә буялған. Енәйәт ҡылғанда тубығына тиклем оҙонлоҡтағы ҡыҙыл куртка, һоро свитер, ҡара төҫтәге шапка һәм салбар кейгән, арҡаһына асыҡ буй һыҙаты булған ҡара биштәр аҫҡан. Һуңғы тапҡыр күргәндәрендә тубығына тиклем ҡара куртка, һылашып торған ҡара салбар, сағыу кроссовка кейгән булған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, шикле әҙәм үҙен төрлөсә, хатта ҡатын-ҡыҙҙар исеме менән дә таныштырыуы ихтимал.
Был кеше тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, 02 йәки 8 (347) 251-62-51 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: БР Тәфтиш комитеты.