Салауат ҡалаһы полицияһы айырыуса ауыр енәйәт ҡылған әҙәмде эҙләй. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был инцидент йәй үк, 4 августа, Салауат ҡалаһының Губкин урамындағы йорттарҙың береһе подъезында теркәлгән.
Енәйәтсенең билдәләре: тән төҙөлөшө уртаса, 25-30 йәштәр тирәһендә, буйы яҡынса 180-185 сантиметр, ҡара сәсле, һаҡаллы, күҙлек кейә. Енәйәт ҡылған ваҡытта ир ҡара ҡолаҡсындар рәүешендәге һүрәт төшөрөлгән аҡ майка, тубығына тиклем ҡыҙыл шорты, ҡара сандалый кейгән. Әгәр был енәйәттең нисек ҡылынғаны йәки уны ҡылған кеше хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса полицияһына, шулай уҡ 8(3476) 37-96-02, 89872441929, 279-39-02 телефондары буйынса республика буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часына, республика буйынса Эске эштәр министрлығының 279-32-92 ышаныс йәки 02 (кеҫә телефонынан – 102) телефоны аша мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала, тип хәбәр итә полиция.