“Рәсәй таянысы”ның төбәк бүлексәһендәге ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Евгений Мельников аҡса йыйып, контактһыҙ 20 термометр һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған 25 мең бирсәткә һатып алыуҙы ойошторҙо.
Улар “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәгенә тапшырылды. Артабан һаҡлыҡ саралары партияның республикалағы урындағы бүлексәләренә таратыла.
"Бөгөн ирекмәндәр табиптар менән бергә алғы сафҡа баҫты. Улар коронавирус менән сирлеләргә дарыуҙар, ковид-госпиталдәрҙәге табиптарға аҙыҡ-түлек ташый, ҡурсаланыу тәртибендәгеләргә тәүге кәрәк-яраҡты һатып алыуҙа ярҙам күрһәтә. Шуға күрә ирекмәндәрҙең һау-сәләмәт булыуы бик мөһим", – тине Евгений Мельников.
Фото: bashkortostan.er.ru