Әле майҙансыҡта меңгә яҡын кеше һәм 80 берәмектән ашыу техника эшләй. Төҙөлөш тәүлек әйләнәһенә бара. Корпустарҙың эсендә стеналар күтәрелә, түшәм йөҙләнә, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелә, биҙәү эштәре, йылылыҡ системаһын монтажлау дауам итә. Тышта иһә биләмә төҙөкләндерелә, юлға асфальт түшәлә. Фасад буйынса ла эш бара. Таҙартыу ҡоролмалары ғәмәлгә индерелә. Рентген кабинетына ҡорамалдар, компьютер томографы, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары килгән.