Хәүефһеҙлек
25 Ноября 2020, 18:15

Йәрмәкәйҙә - ҡот осҡос фажиғә

Унда бөгөн бер юлы өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Йәрмәкәй районында ҡурҡыныс фажиғә теркәлде. Еңел автомобиль күперҙән Ыҡ йылғаһына ҡолай, һөҙөмтәлә өс кешенең ғүмере өҙөлә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария 25 ноябрҙә төн уртаһында була. "ВАЗ-2109" автомобиле күперҙән йылғаға ҡолап, һыу аҫтына китә. Ҡотҡарыусылар урынға таңғы 5.20 сәғәттә килеп етә. Улар машинаны кран ярҙамында һөйрәп сығара.
Машина эсендә дүрт кеше була. Уларҙың өсәүһе - 25 һәм 42 йәшлек ике ир менән 34 йәшлек ҡатын һыу аҫтында һәләк була. 23 йәшлек егет, бәхеткә күрә, машинанан сыға һәм ҡотолоп ҡала. Уны шунда уҡ яҡындағы дауаханаға алып баралар.
Бындай ҡурҡыныс аварияның ни сәбәпле килеп сыҡҡаны әле асыҡлана. Юлдарҙа имен йөрөйөк.
Фото: "Бәйләнештә".

Читайте нас