Юл һәләкәттәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән, баҫмаларҙан, зәңгәр экрандарҙан йыш ишетеп, күнегеп тә бөттөк шикелле. Элегерәк бындай һәр хәбәр район, төбәк кимәлендәге ҡара ваҡиғаға әйләнер ине. Ә хәҙер юл фажиғәһе менән бер кемде лә аптыратмаҫһың. Дөрөҫ, элек автомобилдәр һаны ла аҙ ине, ә бөгөн “тимер ат”һыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ һәм уларҙың һаны көндән-көн үҫә бара.
Ҡыйралған яҙмыштар йәл...
Төбәк ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, туғыҙ айҙа 2805 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, аварияларҙа 3465 кеше зыян күргән. Ваҡиғаларҙың 45,2 проценты – транспорт сараларының бәрелешеүе, 7,7 проценты автомобилдәрҙең түңкәрелеүе йәки юлдан ситкә сығып китеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Улар күпселек осраҡта тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында килеп сыҡҡан.
Республиканың 26 ҡала һәм районында юл фажиғәләрендә һәләк булған кешеләрҙең һаны күбәйгән. Мәҫәлән, Өфө – Инйәр – Белорет юлының Белорет районы биләмәһенә ҡараған өлөшөндә йыл башынан 19 кеше үлгән.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, трассаның был өлөшөндә транспорт ағымы күбәйгән: эш көндәрендә өс меңдән ашыу машина йөрөһә, ял көндәрендә уларҙың һаны ике тапҡырға арта. Теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларының барыһы ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәү сәбәпле килеп сыҡҡан. Бында өҫтәмә юл билдәләре ҡуйыу һәм фото-видеокамералар урынлаштырыу талап ителә.
Әлеге ваҡытта республика юлдарында 1001 камера эшләй, йыл аҙағынаса уларҙың һаны 200-гә артасаҡ, ә 2021 йылда йәнә 300 ҡорамал урынлаштырыласаҡ.
Күп кенә авариялар иҫерек водителдәрҙең ғәйебе менән яһала. Статистика күрһәтеүенсә, бындай күңелһеҙ ваҡиғалар күпселек осраҡтарҙа халыҡ йәшәгән ерҙәрҙә теркәлә, һәр туғыҙынсы зыян күргән кеше вафат була.
Йәй көнө Иглиндағы ҡот осҡос фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. 37 йәшлек иҫерек водитель аттестат алырға мәктәпкә юлланған өс үҫмерҙе бәрҙерә. 15 йәшлек ҡыҙ урында йән бирә. Ике егет дауаханаға эләгә, йәнә бер үҫмер ситкә тайпылып иҫән ҡала.
Алкотестер менән тикшереү шуны күрһәтә: ғәйепләнеүсенең ҡанында этил спирты 1,7 промилле тәшкил итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан был “алкоголь комаһы” тип баһалана. Организмдың бындай хәл-торошо бер шешә араҡы эскәндән һуң барлыҡҡа килә. Был ваҡытта кеше автомобиль йөрөтөү түгел, аяғында саҡ баҫып тороу һәләтенә эйә. Шуға ҡарамаҫтан, таксист рулгә ултырған. Авариянан һуң ул ҡасып маташа, әммә үтеп барыусылар уны тота.
Был аяныслы ваҡиғанан һуң, ике көн дә үтмәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 62 йәшлек иҫерек водитель ике ҡыҙҙы бәрҙерә. Береһе шунда уҡ йән бирә, икенсеһе реанимацияға эләгә.
– Иҫерек килеш магазинға китеп барғанмын, бер нимә лә иҫләмәйем. Ғәйебемде тулыһынса таныйым, – тип аҡлана авария сәбәпсеһе.
Иҫерек килеш балаларҙың үлеменә сәбәпсе булған ике әҙәм дә 12 йылға иректәренән мәхрүм ителгән, әммә ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәрҙе кире ҡайтарып булмай.
Дыуамалдар кәмей, әммә...
Статистика күрһәтеүенсә, дыуамал водителдәр һаны кәмегән, әммә эскән килеш рулгә ултырыусылар һаны аҙаймай. Быйылғы туғыҙ ай эсендә теркәлгән аварияларҙың 70 проценты иҫерек водителдәр арҡаһында килеп сыҡҡан.
Әгәр ҙә республика юлдарында юл-патруль хеҙмәткәрҙәре дежур итмәһә, күрһәткес бөтөнләй насар булыр ине. Улар, тәүлегенә 20-90 иҫерек водителде асыҡлап, күптәрҙе бәләнән аралай.
– Башҡортостанда барлығы 1,7 миллиондан ашыу машина теркәлгән, һәр береһенә юл-патруль хеҙмәткәрен беркетеп булмай, шуға күрә республикала йәшәгән граждандарҙың ярҙамына мохтажбыҙ. Иҫерек водителде шәйләп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән 02 телефонына шылтыратығыҙ. Бәлки, һеҙ кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡалырһығыҙ, – тип мөрәжәғәт итә баш дәүләт автоинспекторы.
Күптән түгел Федерация Советында, “эскән килеш рулгә ултырып, бер нисә тапҡыр тотолған водителдәрҙе ғүмерлеккә “тимер ат”ҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итергә” тигән тәҡдим яңғыраны. Күптәр быны хуплай.
Әммә таныҡлыҡтың булмауы ла закон боҙоусыларҙы туҡтатмай. Эсеп рулгә ултырғандарҙың логикаһын аңлауы ҡатмарлы.
– Алкоголь баш мейеһендәге адекват, йәғни аңлы хәрәкәттәрҙе контролгә алыу өсөн яуап биргән префронталь ҡабыҡтың әүҙемлеген кәметә, шуға күрә иҫерек кешенең ҡылығын аңлап булмай. Шулай уҡ интоксикация арҡаһында ике төр контроль юғала – эскесе ситуацияны дөрөҫ баһалай алмай һәм иҫәпте юғалта, – тип аңлатма бирә медицина фәндәре докторы, юғары категориялы нарколог Азат Әсәҙуллин.
Уның фекеренсә, юлдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәштең ысулы күптән асыҡланған һәм Европала һөҙөмтәле ҡулланыла.
– Эскән килеш автомобилгә ултырғандарға водитель танытмаһы алыу процедураһын ҡатмарлаштырырға, мотлаҡ психологик курс үткәрергә, штраф күләмен арттырырға һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы ғәмәлгә индерергә кәрәк. Бындай алымдарҙың һөҙөмтәлелеге фәнни яҡтан да иҫбатланған, – ти нарколог.
Йәйәүлеләр, ҡайҙа ашығаһығыҙ?
Һуңғы ваҡытта йәйәүлеләрҙе тапатыу, бәрҙереү осраҡтары йыш күҙәтелә. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, бындай төр юл хәрәкәте ваҡиғалары 22 процентҡа артҡан.
Быйыл туғыҙ айҙа ғына ла Башҡортостан юлдарында 707 йәйәүлене бәрҙереү осрағы теркәлгән, 88 кеше һәләк булған, 654 кеше йәрәхәтләнгән. Иғтибарһыҙлыҡтары арҡаһында 62 йәйәүле донъя менән хушлашҡан, уларҙың 57-һе төндә хәрәкәт иткән булған.
Ғәҙәттә, йәйәүлеләр ҡатнашлығында авария була икән, ғәйеп водитель иңенә төшә. Был аңлашыла ла кеүек: ул хәүеф сығанағы булған транспортҡа идара итә, тимәк, һәр ваҡыт һаҡ булырға тейеш. Тик ҡарап та тормайынса, машиналар геүләп торған юл аша, йәғни рөхсәт ителмәгән урындан үткән саҡта йәйәүле лә уйларға тейеш бит.
Күптән түгел Дүртөйлө районында кис үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде: Дүртөйлө – Нефтекама юлында 39 йәшлек “Лада Приора” водителе йәйәүлене тапатҡан.
57 йәшлек кеше рөхсәт ителмәгән урындан сыҡмаҡсы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель уны абайламаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ныҡ имгәнгән ир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе йән биргән. Ошоға оҡшаш ваҡиғалар аҙна һайын теркәлеп тора. Психологтар фекеренсә, хәрәкәт иткәндә һәр кеше ике сәбәпте күҙ уңында тота: хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм юғары һөҙөмтәлелеккә өлгәшеү. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы был фекерҙәрҙе күп осраҡта бергә тормошҡа ашырыу мөмкин дә түгел. Тормошта кешеләр уның эҙемтәләре тураһында уйламайынса, икенсе сәбәпкә өҫтөнлөк бирә. Һәр ваҡыт ашығалар, нимәнелер тиҙерәк башҡарырға, ҡайҙалыр өлгөрөргә тырышалар.
Хәрәкәт итеү оҙаҡ ваҡыт юл аша сығыу менән бәйле булмаһа, улар хәүефһеҙлек тураһында онота. Даими рәүештә ошондай торошта булыу уларҙа һөҙөмтәлелеккә маҡсатты нығыта йәки һәр ваҡыт ҡабаланалар.
Күп кеше юл аша сыҡҡанда үҙен нисек тоторға белмәй, хәлде дөрөҫ баһаламай. Улар, водитель һәр ваҡыт бар нәмәне лә күрә һәм, тормозға баҫып, техниканы тиҙ генә туҡтата ала, тип уйлай. “Тормоз юлы” – күптәр өсөн бөтөнләй ят төшөнсә.
Балаларыбыҙға өлгө күрһәтәйек
Бәлиғ булмағандарға бәйле фажиғәләр ҙә йыш күҙәтелә. Быйылғы һигеҙ ай мәғлүмәттәре буйынса, республикала балалар ҡатнашлығында 257 автомобиль аварияһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 276 үҫмер зыян күргән, тағы туғыҙы яҡты донъя менән хушлашҡан.
Балаларҙың фажиғәгә тарыуында тәү сиратта беҙ, өлкәндәр, үҙебеҙ ғәйепле, сөнки уларҙы юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтмәйбеҙ. Хатта йыш ҡына, үҙебеҙ ҙә аңламайынса, тәртип боҙорға этәрәбеҙ. Ҡалала автомобилдә йөрөгәндә иғтибар итәһегеҙҙер: йәш әсә светофорҙың йәшел төҫө яныр-янмаҫтан коляскаһын алға этәрә йә, балаһын етәкләп, юл аша йүгерә.
Ә балаларыбыҙ беҙҙең ҡылыҡты ҡабатлай, өлкәндәрҙән үрнәк ала. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Һәр ата-әсә ошо хәҡиҡәтте онотмаһын ине.
Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә тәрбиәселәр, уҡытыусылар ваҡытын һәм иғтибарын йәлләмәһен ине, тип теләге килә, сөнки бала ғүмере бөтәһенән дә өҫтөнөрәк булырға тейеш.
– Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими рәүештә иҫтәренә төшөрөргә кәрәк. “Өй – мәктәп – өй” тигән хәүефһеҙ маршрут эшләгеҙ. Уның менән мәктәпкә тиклем бергә барып, айырыуса хәүефле урындарҙы билдәләгеҙ, мәҫәлән, хәрәкәт итеү яйға һалынмаған юл саты, тар тротуар, магазин янында йөк машиналарының туҡтау урыны һ.б. Йәмәғәт транспортына ултырған, төшкән мәлдә тыуған хәүеф тураһында ла мотлаҡ аңлатығыҙ.
Бәләкәй йәйәүленең кейеменә, портфеленә яҡтылыҡты сағылдырған махсус әйберҙәр йә таҫмалар беркетегеҙ. Ҡараңғы мәлдә, эңерҙә, һауа торошо насар булғанда водителдәргә уны абайлау еңелгә тура киләсәк. Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: балалар һәр саҡ ата-әсәһенең өлгөһөнә эйәрә, – ти ЮХХДИ-ның Учалы бүлегенән пропаганда буйынса инспектор, үҙе өс бала әсәһе Гөлнара Ғүмәрова.
Йәйәүлеләрҙең тапалыуының тағы бер сәбәбе – юлдарҙың тейешле кимәлдә яҡтыртылмауы. Хатта баш ҡалабыҙ Өфөлә лә ошоға бәйле фажиғәләр күбәйә.
Был мәсьәлә күптән түгел Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә ҡаралды. Республика Башлығы Радий Хәбиров юлдарҙа йәйәүлеләрҙең күпләп тапалып үлеүенә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Ул республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрын шелтәләне, ошо йәһәттән эште көсәйтергә ҡушты.
Өфө урамдарында ЮХХДИ-ның йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса инспекторҙары, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре, журналистар ҡатнашлығында рейдтар ҙа башланды. ЮХХДИ-нан белдереүҙәренсә, бындай саралар даими үткәреләсәк. Күберәк кешене киҫәтеп, аңламағандарына штраф һалған һайын, күңелһеҙ статистика яҡшырыр, тип өмөтләнәйек. Яуаплылыҡтың үҙебеҙҙең иңдә икәнлеген онотмайыҡ. Йәйәүле нисек кенә хаҡлы булмаһын, “тимер ат” алдында ул көсһөҙ.
Айырыуса көҙгөһөн юлда һаҡ булырға кәрәк. Ҡараңғы иртә төшә, иртәнсәк һуң яҡтыра. Юлда йөрөгәндә водителгә ҡара кейемле кешеләр күренмәй ҙә тиерлек. Айырыуса балалары булған ата-әсәгә был йәһәттән иғтибарлы булыу мөһим.
Башҡортостан ЮХХДИ-һы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәйәүлеләргә яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементлы (фликерлы) кейем кейергә кәңәш итә. Балалар өсөн кейем-һалым етештереүселәр яҡтылыҡ ҡайтарғыстарҙы күҙ уңында тота, ә ололар өсөн тәғәйен әйберҙәр фликерһыҙ тегелә.
Күпселек осраҡта яҡтылыҡ ҡайтарғыс махсус элементтар, мәҫәлән, юл ремонты, полиция һәм коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ трассала машина йөрөтөүселәр өсөн жилеттар етештергәндә ҡулланыла.
Республикала “Ағиҙел” берекмәһе тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлда йыраҡтан күренгән кейем етештерә башланы. Стилле кейем теккәндә “оксфорд” материалы ҡулланыла. Өлкәндәр өсөн – 300, балалар өсөн 200 дана беренсе партия сығарылған да инде.
Башҡортостандың Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдиновтың фекеренсә, йәйәүлеләр өсөн юлда йыраҡтан күренеп тороу бик мөһим, сөнки кешеләрҙе транспорт бәрҙереүҙең күпселеге водителдәрҙең уларҙы абайламай ҡалыуы арҡаһында килеп сыға. Бындай ваҡытта кейем-һалымдың төҫө һәм фликерҙар етди роль уйнай.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, юлда йөрөгәндә һаҡ булайыҡ. Был донъяла иң ҡәҙерле хазина кеше ғүмере икәнлеген онотмайыҡ. Яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы фажиғәләрҙән ҡурсалайыҡ. Дыуамал, иҫерек, тәжрибәһеҙ водителдәрҙе ауыр енәйәт ҡылыуҙан туҡтатайыҡ.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры:
– Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында күп эш башҡарыла: быйыл 1001 фото- һәм видеокамера, 12 мең юл билдәһе ҡуйылды, 13 мең километр оҙонлоғонда юл тамғалары һалынды. Бынан тыш, светофорҙар, юл кәртәләре урынлаштырылды. Һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғалары 10 процентҡа кәмене. Зыян күреүселәр һаны ла 13 процентҡа түбәнерәк теркәлде, әммә юлдарҙа һәләк булғандар һанының былтырғы кимәлдә ҡалыуы уйланырға мәжбүр итә.
Республика юлдарының оҙонлоғо – 48 мең километр, шуларҙың 800 километры федераль трассаға ҡарай. Улар яҡшыраҡ яҡтыртыла, асфальт япмаһы ла сифатлыраҡ, светофорҙар, йәйәүлеләр өсөн объекттар бар, юлда һыҙаттар ҙа бүленгән, шуға ҡарамаҫтан, юл фажиғәләре йыш теркәлә. Уларҙың 96 проценты автомобилдәрҙең бәрелеүенә, 11 проценты йәйәүлеләрҙе тапатыуға бәйле.
Сәбәптәре төрлөсә: тиҙлекте һәм дистанцияны күҙәтмәү, хәүефле хәрәкәттәр башҡарыу, иғтибарһыҙлыҡ һәм башҡалар. Бигерәк тә йәйәүлеләрҙең алабарманлығы һәм иҫерек водителдәрҙең ғәйебе менән юл фажиғәләренең күп теркәлеүе хәүефләндерә. Йәйәүлеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙмаһа һәм водитель эскән килеш рулгә ултырмаһа, 182 кешенең ғүмере өҙөлмәҫ ине.
Сағыштырыу өсөн: 12 миллион кеше йәшәгән Мәскәүҙә туғыҙ ай эсендә юл фажиғәләрендә 262 кеше вафат булған. Ә Башҡортостанда ноябрҙең беренсе ун көнөндә һәләк булғандарҙың һаны – 388. Был беҙҙә автомобиль йөрөтөүселәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең мәҙәни кимәленең түбән булыуы тураһында һөйләй. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булып, үҙебеҙҙе һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ла хөрмәт итә башламаһаҡ, хәлде тамырынан үҙгәртеп булмаясаҡ.
Юлда күңелһеҙ хәл-ваҡиға булмаһын өсөн, водителдәргә яҡшы таныш булған биш ҡағиҙәне үтәргә кәрәк, ти белгестәр:
* Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа. Беҙҙә тиҙ хәрәкәт итеүҙе күҙ уңында тотҡан автобандар юҡ, иң ҙур тиҙлек күпме булырға тейеш икәнен яҡшы хәтерләйһегеҙҙер: сәғәтенә 90 саҡрым. “Уҙыу тыйыла” тигән билдә тора икән, тимәк, алда хәүефле урын, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанцияны һаҡларға кәрәк. Хәрәкәттәрҙе әкрен генә, башҡа водителдәрҙе алдан “боролош сигналдары” менән иҫкәртеп, яһау зарур. Кинәт алға сығыуҙың йәнәшәләге водителде уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуы бар.
* Рулгә эскән килеш ултырмаҫҡа: хатта бер шешә һыра эскәндән һуң да, ярты шешәнән һуң да, бер рюмка араҡынан һуң да. Әлбиттә, һеҙ иҫерек түгел, бер кем дә бәхәсләшмәй, ләкин юл бит ул, нимәлер була ҡалһа, һеҙҙе ғәйепләйәсәктәр, сөнки эскәнһегеҙ.
* Алыҫ юлға сығыр алдынан тейешенсә ял итергә. Пассажирҙар йоҡлай йәки тәҙрәгә текләп бара ала. Ә һеҙгә иғтибар менән алға ҡарап, бер нисә сәғәт барырға һәм һәр автомобилде, һәр йәйәүлене, һәр боролошто һәм асфальттағы һәр соҡорҙо иҫәпкә алырға тура киләсәк.
Машинағыҙҙың төҙөклөгөн тикшереп торорға. Һәр ваҡыт үҙ мәлендә техник тикшереү үтергә һәм нимәлер “шаулай” башлаһа, уның тулыһынса ватылғанын көтмәйенсә, автомобилегеҙҙе сервисҡа индерегеҙ. Тормоздарҙың торошон ҡарап тороу фарыз. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, уларҙың төҙөклөгө ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ.
Һауа торошо насар булғанда, мәҫәлән, ҡарлы буран, боҙлауыҡ, томан буласағы тураһында иҫкәртһәләр, айырыуса таулы урында бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа.
Һаҡланғанды һаҡлармын, тиелә динебеҙҙә. Юлда был һүҙҙәрҙе һәр саҡ хәтерҙә тотоу зарур. Һәләкәттәрҙе кәметеү өсөн йәйәүлеләргә биш кәңәш еткерәбеҙ.
* Йәйәүлеләр тротуарҙан һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан ғына барырға тейеш. Тротуар булмаһа, юлдың машина хәрәкәтенә ҡаршы яҡ ситенән атларға рөхсәт ителә.
* Машиналар йөрөй торған юл ситенән тәүлектең ҡараңғы мәлендә йәйәү барған кешелә яҡтылыҡты ҡайтарғыс элементтар булыуы мөһим. Был ысул һәләкәт ҡурҡынысын 65 процентҡа кәметә.
* Юл аша сыҡҡанда светофорҙың йәшел уты янһа ла, тағы бер ҡат тирә-яғығыҙға ҡарап алығыҙ, һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ.
* Юлда барғанда телефонға текәлеү, смс-хәбәрҙәр яҙыу хәүеф тыуҙыра. Водителдең, бигерәк тә ҡышҡы юлда тиҙ генә туҡтай алмауын иҫтән сығармағыҙ.
* Юлда наушник кейеп йөрөү зыянлы. Кеше был ваҡытта ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә.