Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2020, 18:00

Педофилды урамда тотҡандар...

Асыҡланыуынса, уның бала сағы бик ауыр шарттарҙа үткән. Әсәһе атаһын үлтергәндән һуң...

Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре Өфөлә 22 йәшлек педофилды тотоу хаҡында хәбәр иткән.
Дим биҫтәһендәге бер йорт подъезында билдәһеҙ әҙәмдең беренсе класс уҡыусыһына ташланғаны, уға ҡарата боҙоҡ ниәттәрен тормошҡа ашырғаны һәм телефонын тартып алғаны хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Енәйәтсе Константин Силантьевты 15 ноябрҙән эҙләйҙәр ине.
Ҡото осҡан малай ата-әсәһенә хәлде һөйләп биргәс, полиция тиҙ арала шаһиттарҙан һорау алып, видеокамералар яҙмаларын ҡарап, шик аҫтына алыныусының билдәләрен тотош республикаға таратҡайны. Енәйәтсенең психикаға бәйле проблемалары барлығы ла асыҡланды: ул йә ир, йә ҡатын-ҡыҙ булып танышырға яратҡан, ҡайһы саҡта гүзәл зат кейемдәрен кейеп, буянып фотоға төшкән, уны гаджет аша дуҫтарына ебәргән.
Хәйер, егетте белгән кешеләр әйтеүенсә, бындай үҙгәрештәр Константин менән әсәһе үлгәс башланған. Баҡһаң, Константиндың бала сағы бик ауыр шарттарҙа үткән. Әсәһе атаһын үлтереп, оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып сыҡҡан. Был арауыҡта малай балалар йортонда тәрбиәләнгән. Ҡатын төрмәнән сыҡҡас, улар улы менән бергә йәшәй башлаған, әммә был осор оҙаҡҡа бармаған: әсә ҡаты сирләп вафат булған.
Ошонан һуң Константинды алмаштырғандармы ни: ул уҡыуына ҡул һелтәгән, сәйер ҡылыҡтары менән аптыратҡан, эсергә әүәҫләнеп алған. Подъезда балаға һөжүм итеүе – бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тип аптырай уның таныштары, сөнки егет бер ваҡытта ла агрессив ҡылыҡтары менән айырылмаған, киреһенсә, һәр саҡ үҙенә бикләнеп, өндәшмәй йәшәүҙе хуп күргән.
Енәйәт ҡылғандан һуң Силантьев бушты-бушҡа ауҙарып, баш ҡала урамдарын ҡыҙырған, подвалдарҙа йоҡлаған. Хәйер, был билдәле ине, сөнки шаһиттар уны йә тегендә, йә бында күреүен полицияға хәбәр итеп торған. Әйткәндәй, уны тап урамда осраҡлы кешеләр күреп, хәбәр иткәндән һуң ҡулға алғандар.
Әлеге ваҡытта уны һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: респубика буйынса Тәфтиш комитеты.
Читайте нас