Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2020, 06:30

Һәр урында ҡара эҙен ҡалдырған...

“Пәрей туйы” барышында ирҙәр араһында һуғыш сыҡҡан. Унан был әҙәм аяҡ кейеме юғалғанын асыҡлаған. Үс алыу өсөн ул...

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ике кешенең ғүмерен өҙгән Яңауыл кешеһенә ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереү тамамланған.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, ағымдағы йылдың 24 ғинуарында Нефтекама ҡалаһында алты кешенән торған компания бер фатирҙа кәйеф-сафа ҡорған.
Уның барышында ике ир һәм ғәйепләнеүсе араһында бәхәс ҡупҡан, һуғыш сыҡҡан. Унан 34 йәшлек ир аяҡ кейеме юғалғанын асыҡлаған. Үс алыу өсөн ул фатирға кире инеп бәхәсләшкән ирҙең береһенә һәм уның таныш ҡатынынына бысаҡ менән ташланған. Ир урында уҡ һәләк булған, ә ҡатын дауаханала йән биргән.
Аҙаҡ тағы шуныһы асыҡланған: кеше үлтергән был әҙәм 2019 йылдың декабрендә бер танышының фатирын яндырған. Баҡһаң, ул уның документтарын һәм әйберҙәрен урлаған тип шикләнгән һәм шуның өсөн үс алған. Янғын 350 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Быйыл 21 ғинуарҙа иһә ул үҙе йәшәгән фатир хужабикәһенең 150 доллар аҡсаһын һәм башҡа әйберҙәрен сәлдергән, телевизор һәм ноутбукты боҙған.
Ир ғәйебен таныған. Уның енәйәт эшен республиканың Юғары суды ҡараясаҡ.

Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.
Читайте нас