Бөгөн бик ҡурҡыныс енәйәт тураһында билдәле булды. 47 йәшлек ир әсәһен туҡмап үлтерә. Ҡанһыҙ енәйәт баш ҡаланың төньяҡ биҫтәләренең береһендә теркәлә. Хәл 23 ноябрҙә үк була.
"Кис ир үҙ өйөндә бер сәбәпһеҙ әсәһенә ташлана. Кәмендә ике тапҡыр газ асҡысы менән башына һуға. Өлкән йәштәге ҡатын йәрәхәттәрҙән һәләк була. Бынан һуң ир кеше бер тәүлек буйына әсәһенең үле кәүҙәһе янында ултыра. Ошо хәлдә уны йортҡа килгән ике туған ҡустыһы күреп ҡала һәм полиция саҡырта", – тиҙәр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ир хоҡуҡ һаҡсыларынан йәшенеп тормай, енәйәтен таный. Суд уны психиатрия дауаханаһына экспертиза үткәреү өсөн йүнәлтә. Әле иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Светлана Маковеева.