Өфө-Ырымбур автомобиль юл трассаһында "Mitsubishi Lancer" руле артындағы водитель машинаға идара итеүҙе юғалтып, «ВАЗ-2114» машинаһы менән бәрелешә. Авария эҙемтәләрен ҡарау ниәте менән "Mitsubishi Lancer" автомобиленән сыҡҡан пассажир ҡатын-ҡыҙҙы "Киа Рио"автомобиле бәрҙерә. Ул шунда уҡ йән бирә. Һуңғы автомобиль "Лада Веста" менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, бер-бер артлы машиналар бәрелешеүенән бер кеше һәләк була. Сәйер күренгән, әммә үлем осрағына килтергән авария сәбәптәрен республиканың Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тикшерә.