Быйылғы миҙгелдә Башҡортостандан ике биатлонсы – Антон Бабиков менән Эдуард Латипов ил беренселегендә уңышлы сығыш яһап, Рәсәй йыйылма командаһының төп составына эләгеүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә улар Рәсәй исеменән Донъя кубогының беренсе этабында ҡатнашырға тейеш ине.
⠀Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миҙгел башланыуға бер-ике тәүлек ҡалғас, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаларының дүртәүһендә коронавирус диагнозы асыҡланған - Өфө спортсыһы Антон Бабиковта, ике табипта – Роман Лейфер менән Евгений Шутовта һәм массаж яһаусы Валерий Лашинда.
Шуға бәйле рәсәйҙәр Контиолахтиҙа (Финляндия) үҙизоляцияла. Тәүге ярыш шәмбе көнө уҙасаҡ, беҙҙең команданың стартҡа сығыу буйынса яҙмышын Финляндияның медицина хеҙмәткәрҙәре хәл итә.
– Ҡарар көтәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы һау һәм сығыш яһарға әҙер, бөтәһенең дә тестары кире. Бөгөн Контиолахтиҙа рәсми күнекмәләр башланды, әммә беҙ бүлмәлә шөғөлләнәбеҙ, – тип белдерҙе ҡатын-ҡыҙҙар командаһы етәксеһе Михаил Шашилов.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Антон Бабиков һәм уның бүлмәләше Евгений Гараничев сығыш яһамаясаҡ.