Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2020, 12:00

Тотош ғаиләне уттан алып ҡалдылар

Полиция хеҙмәткәрҙәре Рөстәм Нуруллин менән Рөстәм Ғилванов тотош ғаиләне уттан ҡотҡарҙы.

Полиция хеҙмәткәрҙәре Рөстәм Нуруллин менән Рөстәм Ғилванов тотош ғаиләне уттан ҡотҡарҙы.
Полиция капитаны менән лейтенант юл-патруль хеҙмәте экипажы менән берлектә Бөрө ҡалаһы эргәһендәге Николаевка ауылында үҙ хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә, бер йорттоң ут менән ялмап алыныуын күрә. Улар тиҙ генә унда бара һәм был хәл тураһында дежур бүлеккә хәбәр итә.
“Урынға килгәс, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре янғын һүндереүселәргә янғын башланған йорттоң аныҡ адресын әйтә. Полиция хеҙмәткәрҙәре мунсаның яныуын күрә һәм ошо уҡ ваҡытта ут эргәләге торлаҡ йортҡа ла күсеп өлгөргән була”, – тип хәбәр иткән республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шулай итеп, ике Рөстәм үҙҙәренә хәүеф янауы хаҡында бер нәмә белмәй йоҡлаған йорт хужаларын уята. Һөҙөмтәлә ата-әсә өс балаһы менән урамға сығып өлгөрә, ә полиция хеҙмәткәрҙәре электр утын һүндерә, газ баллондарын йорттан алып сыға һәм ике эттең уттан зыян күрмәүе хаҡында хәстәрләй.
Янғын һүндереүселәр мунсалағы янғынды һүндергән. Йорт уттан артыҡ тәләфләнмәгән. Тәүтикшереүселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
Ә һеҙ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйһегеҙме? Электр ҡорамалдарын, мейестәрҙе төҙөк килеш файҙаланыу зарур. Балаларҙың ҡулына шырпы эләгә күрмәһен, юғиһә ут менән шаярыу бер ҡасан да яҡшыға килтермәй. Бәләкәстәргә был хаҡта йыш иҫкәртеү һис зыян булмаҫ.
Фото: республика буйынса Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас