Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2020, 12:30

Ҡустыһы ғына ҡотолоп ҡала

Өс кеше боҙло һыуҙа тонсоға.

25 ноябрь төнө менән Йәрмәкәй районында булған ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Дүрт кеше ултырған “ВАЗ-2109” автомобиле күперҙән Ыҡ йылғаһына ҡолай. Һөҙөмтәлә өс кеше урында һәләк була, берәү һыу өҫтөнә йөҙөп сыға ала һәм иҫән ҡала.
– Водитель машинаға идараны юғалта һәм күпер ситенә барып бәрелә. Һөҙөмтәлә машина күперҙән ярым туңған Ыҡ йылғаһына ҡолап төшә һәм һыу аҫтына китә, – тип хәбәр итә “КП-Өфө” баҫмаһының үҙ сығанағы.
Машина эсендә дүрт йәш кеше була. Әйткәндәй, рулдәге 25 йәшлек егеттең водитель таныҡлығы булмай сыға. Кешеләр емерелгән машина салонынан сыға алмай һәм боҙло һыуҙа тонсоғоп үлә. Тик 23 йәшлек егет кенә сыға ала. Уны урынға килгән ҡотҡарыусылар күреп ҡала һәм табиптар ҡулына тапшыра. Егеткә медицина ярҙамы күрһәтәләр һәм ебәрәләр.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, водитель Тарҡаҙы ауылынан Булат К. исемле егет булып сыға. Янында иҫән ҡалған ике туған ҡустыһы Яңы Шах ауылынан Рәдис ултыра. Уларҙан тыш Исламбаҡты ауылынан 34 йәшлек Ләйсән һәм Тарҡаҙы ауылынан 42 йәшлек Руслан була. Уларҙың кәүҙәһен ҡотҡарыусылар машина менән бергә кран менән һөйрәп сығара. Кешеләр төнө менән ҡайҙа барған, эскән булғандармы – быларҙы полиция асыҡларға тейеш.
– Белгестәр аварияның сәбәптәрен асыҡлай. Водителдәргә юлда бик иғтибарлы булыуҙы һорайбыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, – тиҙәр Йәрмәкәй районы хакимиәтендә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас: