Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙҙың башҡа һыймаҫлыҡ енәйәте тураһында билдәле булды. Ханты-Манси автономиялы округының Нефтеюганск ҡалаһында Башҡортостан кешеһе фатир хужаһын үлтергән һәм уның кәүҙәһен яндырған. Тәфтиш комитеты 40 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Был хәл 22 ноябрҙә үк була. Яҡташыбыҙ бик таныш булмаған 61 йәшлек кешенең фатирында ҡунаҡта була. Улар иҫерткес эсемлектәр эсә һәм бер мәлдә араларында низағ сыға. Үҙ өйөндә уға ҡаршы әйтеп ултырған кеше кемгә оҡшаһын инде? Хужа кеше ирҙе ҡыуып сығара башлай. Тик беҙҙең яҡташ та үпкәсел була күрәһең, бысаҡ алып хужаның муйынына сәнсә. Ул алынған енәйәттәрҙән урында һәләк була.
Ҡот осҡос ҡылыҡ башҡарғанын аңлаған ирҙең бер ҙә төрмәгә ултырғыһы килмәй. Ул енәйәтен йәшермәксе була. Үлгән ирҙе тыны сығарылған резина кәмә менән ҡаплай ҙа, ут төртә. Янғын сыға һәм фатир тулыһынса тиерлек янып бөтә. Тик енәйәтен йәшерә алмай, уны хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға ала. Әле ул һаҡ аҫтында.
Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул тиҙәр ҙә бит...