Хәүефһеҙлек
29 Ноябрь 2020, 13:00

Һунарға барып, һәләк булған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары фажиғәле хәлгә тарый.

27 ноябрь көнө Красный Восток ауылынан йыраҡ түгел урында һунар ваҡытында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлек начальнигы урынбаҫары һәләк була.
Ҡот осҡос хәл былайыраҡ теркәлгән: Ермолай ауылында йәшәүсе 62 йәшлек ир һунар мылтығынан йүгереп барған йәнлеккә туғыҙ тапҡыр ата. Атылған йәҙрәләрҙең береһе 40 йәшлек дуҫының яурынына эләгә. Зыян күреүсе тиҙ арала район дауаханаһына оҙатыла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы алынған тән йәрәхәттәренән ул вафат була. Һәләк булыусы отпускыһында ялда булған, ғаиләләр электән аралашып, дуҫ йәшәгән.
Ғәйепләнеүсе 62 йәшлек ирҙең һунар мылтығы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан алынған, ул әлегә ситкә сыҡмау тураһында иҫкәртелгән һәм килеп сыҡҡан хәлгә бәйле, ғариза яҙған.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас